3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие ғаиләнең матди хәленә ҡарап түләнә башлай, водитель таныҡлығына имтихан бирер өсөн 1-се этапты бирмәҫкә лә мөмкин, смартфон, планшеттарҙа хәҙер үҙебеҙҙең операцион системалар ғына булырға тейеш һәм тәмәкенең иң түбән хаҡын дәүләт билдәләйәсәк. 1 апрель булыуға ҡарамаҫтан үрҙә һынап үткәндәр шаяртыу түгел. Бөгөндән Рәсәйҙә бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инә.
Алдағы ярты сәғәттә ошо үҙгәрештәрҙең йәмғиәттә иң күп һорауҙар тыуҙырған береһен барларбыҙ. Һүҙ 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ пособиеләр түләү һәм уның күләмен билдәләү тәртибе хаҡында. Был хаҡта тәфсирләп аңлатыр өсөн шулай уҡ һеҙҙең һәм беҙҙең һорауҙарға яуап алыр өсөн республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгесе Венера Ҡотлогилдинаны саҡырҙыҡ.
Иҡтисади Башҡортостан - 01.04.21 Бөгөндән Рәсәйҙә бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инә
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 01.04.21 Бөгөндән Рәсәйҙә бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инә
