Иҡтисади Башҡортостан - 08.04.21 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителә

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 08.04.21 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителә
Иҡтисади Башҡортостан - 08.04.21 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителә

Бөгөн “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителә. 4 категория буйынса призлы урындар билдәләнгән, уларға аҡсалата премия, шулай уҡ ауылдарҙы төҙөкләндереү хоҡуғын биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән сараның мәртәбәһе йылдан-йыл арта. Бынан 10 йыл элек ябай башланғыс менән старт алған проект 2019 йылда киң ҡолас алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡанаты аҫтында был конкурс эскелек һәм суррогатҡа ҡаршы көрәш менән генә сикләнеп ҡалманы. Заман сиренең сәбәптәрен асыҡлап, эҙемтәләрен анализлау ҙа хәҙер тәүбурыстар исемлегендә. Алдағы ярты сәғәттә “Айыҡ ауыл” конкурсы һөҙөмтәләрен беҙҙең студияла ла анализлап үтербеҙ. Ҡунаҡтар менән танышып китәйек: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия кураторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Булат Фәрит улы Тайбугин.