Рәсәй Президенты май каникулдарын иғлан итеү менән турагенттарға ошо һорау менән генә мөрәжәғәт итергә ҡала, сөнки күп йүнәлештәргә юлламалар күптән һатылып бөткән.
Оҙайлы май байрамдары хаҡындағы хәбәр ителеү менән Рәсәй тимер юлдары сайты эшлектән сыҡты. Кешеләр күпләп билет алырға тотондо. Туристик сайттарға инеп ҡараусылар һаны ике-өс тапҡырға артты. Ихтыяж шунда уҡ хаҡтарҙы “тәртипкә” һалды.
Төркиә менән сиктәр ябылыу һөҙөмтәһендә альтернатив йүнәлеш булараҡ һайланған Мысырға барырға теләүселәр 2 тапҡырға күбәйгән. Мальдив утрауҙарын күрергә теләүселәр 1.5 тапҡырға артҡан, ә Рәсәй буйынса сәйәхәт итеүселәр рекордлы 6 тапҡырға күберәк.
Шулай ҙа май байрамдарын күптәр өйҙә үткәрергә ниәтләй. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен белешеү ойошмаһы үткәргән һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, респонденттарҙың 50 проценты ошондай яуап ҡайтарған. 35 процент ҡунаҡҡа йөрөйәсәген әйткән, араларында Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 71 проценты аныҡ пландар булмауын белдергән, 59 процент хаҡтар ҡиммәт булыуы арҡаһында ял итергә бармауҙары хаҡында әйткән. Туризм, юллама хаҡтары, туристик кэшбэк, эске туризм хаҡында тармаҡ белгесе, турагент Рәсимә Ниғмәтуллина менән әңгәмә.
Иҡтисади Башҡортостан - 29.04.21 Ҡайһы курортҡа юлламалар ҡалды?
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 29.04.21 Ҡайһы курортҡа юлламалар ҡалды?
