Иҡтисади Башҡортостан - 13.05.21 Рәсәйҙә балалар туристик кешбэк програмаһы эш башлай

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 13.05.21 Рәсәйҙә балалар туристик кешбэк програмаһы эш башлай
Иҡтисади Башҡортостан - 13.05.21 Рәсәйҙә балалар туристик кешбэк програмаһы эш башлай

Был юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Уға өҫтәп Башҡортостан бюджетынан 5 мең 685 һум түләйәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең республикала лагерҙарға юллама хаҡының 70 процентын ҡайтарған альтернатив программа камиллаштырылды. Пандемия арҡаһында үткән йәй балалар лагерҙары асылманы. Быйыл иһә ҡыҙыу ял миҙгелен бихисап үҙгәрештәр һәм яңы талаптар менән башларға тура килә. Иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе юллама өсөн компесацияға бәйле. Владимир Путин иғлан иткән кешбэк быйыл ата-әсәләргә балаларҙы ялға ебәреүҙә байтаҡ сығымдарҙы кәметергә ярҙам итәсәк. Республикала 2010 йылдан эшләп килгән программа ла быйыл камиллаштырылды, уның буйынса юллама хаҡынан 13 мең 650 һум бюджет иҫәбенә ҡаплана, ҡалғанын ата-әсәләр үҙҙәре түләй. Ике программа араһында икеләнеп, яңы ҡағиҙәләрҙең айышына төшөнөргә тырышып ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә бик күп һорауҙар ҙа бирә башланы. Алдағы ярты сәғәттә беҙ ҙә быйылғы йәйге ял лагерҙарына бәйле һорауҙарҙы аныҡларға тырышырбыҙ. Студиябыҙ ҡунағы – республика Мәғариф һәм фән министрлығының тәрбиә һәм өҫтәлмә белем биреү бүлегенең баш белгесе Рәмзия Салауат ҡыҙы Бикҡужина.