1-се июлдән Рәсәйҙә Владимир Путин иғлан иткән социаль түләүҙәр ғәмәлгә инә. Дәүләт Думаһы законға тейешле үҙгәрештәрҙе ҡабул иткән. Ҡабул ителә торғандарынан да финанс килемдәргә бәйлеләре бар. Былар хаҡында алдағы ярты сәғәттә.
Президент йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә анонслаған ярҙамдарҙың бериеһе йөклө ҡатындарға ҡағыла. Ауырлы 12-се аҙнаға тиклем медицина ойошмаһына иҫәпкә тороп өлгөрһә һәм уның айлыҡ уртаса килеме йәшәү минимумы, йәғни 10 мең ярымдар артмаһа пособие түләнә, ул ошо минимумдың яртыһы, йәғни 5 мең һумдан ашыуыраҡ килеп сыға.
Июлдән түләнә башлаясаҡ тағы бер ярҙам балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән ата-әсәләргә тәғәйен. 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге бала өсөн уртаса килем 5 меңдән артмаһа, пособие буласаҡ.
Ә сентябрҙән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ, йәғни больничный буйынса үҙгәреш көтөлә. Бала ҡарағандар өсөн ул стажға ҡарамайынса эш хаҡынан 100 процент түләнә.
Закондар даими үҙгәреп тора, уларҙың барыһын да күҙәтеп өлгөрөрлөк тә түгел, әммә үҙебеҙ өсөн мөһим булғандарын белеү зарур. Алдағы ярты сәғәтте ошо миссияға бағышларбыҙ ҙа инде. Студиябыҙ ҡунағы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров.
Иҡтисади Башҡортостан - 20.05.21 Июлдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр ғәмәлгә инә
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 20.05.21 Июлдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр ғәмәлгә инә
