Иҡтисади Башҡортостан - 27.05.21 Иҡтисадтың нигеҙе - эшҡыуарлыҡта

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 27.05.21 Иҡтисадтың нигеҙе - эшҡыуарлыҡта
Иҡтисади Башҡортостан - 27.05.21 Иҡтисадтың нигеҙе - эшҡыуарлыҡта

Иҡтисадтың нигеҙе, уның киләсәге эшҡыуарлыҡта. Быны үҫешкән илдәр миҫалынан аныҡ күрергә мөмкин. Күпселек көнбайыш дәүләттәренең эске тулайым продукты башлыса кесе һәм урта бизнес иҫәбенә тулыланһа, Рәсәйҙә әлегә был хаҡта хыялланалар ғына. Ағымдағы аҙнала Рәсәй эшҡыуарҙары һөнәри байрамын билдәләне, ул 2007 йылда ил Президенты Указы менән булдырылғайны. Йүнселдәрҙең һөнәри байрамы һымаҡ уҡ эшҡыуарлыҡ үҙе лә беҙҙең ил өсөн яңы күренеш. Коллективлашыу осоронда йүнселлектең хупланмауы, хатта дәүләттең бындайҙарға кире ҡарашта булыуы милләт аңын томаланы, бизнес менән шөғөлләнеү уғрылыҡҡа тиңләнде.
Рәсәй баҙар иҡтисадына күсеү менән үҙ хатаһын таныны, әммә яңылышлыҡты төҙәтеү еңелдән булып сыҡманы, 3 тиҫтә йыл үтһә лә, ил, төбәктәр етәкселеге бөгөн эшҡыуарлыҡты үҫтерергә кәрәклеген яҡшы аңлаһа ла эшҡыуарлыҡ түбә тишеп сығырға ашыҡмай.
Белем биреү системаһындағы етешһеҙлектәр — бизнес нигеҙҙәре аңға һалынмауы, административ ҡаршылыҡ, кредит системаларының камил булмауы, стартаптарға дәүләт яғынан системалы яҡлау юҡлығы һәм башҡалар.
Эшҡыуар була алмаҫҡа сәбәбен эҙләгән уны таба. Ә беҙҙең бөгөнгө студия ҡунаҡтары сәбәбен эҙләгәнсе юлын табырға, булмаһа үҙеңә яңынан һалырға кәрәк тигән фекерҙә. Был ҡараш менән республикалағы 125 мең шәхси эшҡыуар ҙа һис шикһеҙ килешәлер. Килешмәйенсә лә булмай! Һәр саҡ эҙләнеү, үҫеш юлында булғандар, креатив фекерләүселәр һәм маҡсатына ирешеүсәндәргә генә Эшҡыуарлыҡ тигән тауыҙың үрендә урын табыла. Беҙҙең студияла ҡунаҡта шәхси эшҡыуарҙар Мансур Ҡудашев һәм Рәшит Тайбугин.