Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.21 Рәсәйҙә сираттағы финанс пирамиданың ҡолауы билдәле булды

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.21 Рәсәйҙә сираттағы финанс пирамиданың ҡолауы билдәле булды
  • Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.21 Рәсәйҙә сираттағы финанс пирамиданың ҡолауы билдәле булды

Таныштар араһынан берәйһе хәтәр килемле проектҡа аҡса һалыуын белеп ҡалғас та ҡыҙыҡһыныу тыуа. Ана шул ҡыҙыҡһыныу һәм еңел аҡса эшләү нәфсеһе финанс пирамидаларҙың сәскә атыуына килтерә лә инде. Ике аҙна тирәһе элек сираттағыһының һуңғы сәғәте һуҡты. Финико. Татарстандан башланғыс алған был сервис, ә улар үҙҙәрен тап шулай атап йөрөтә, йәғни килемдәрҙе автоматик генерациялау сервисы, бер нисә йыл эсендә Рәсәй һәм башҡа дәүләттәрҙә миллиондарса клиенттар туплап өлгөргән. Бөгөн шуларҙың күпмеһе миллиондарса аҡсаларын юғалтып, ҡайһылары хатта кредитҡа, бурысҡа алынған активтарынан ҡолаҡ ҡағыуын аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. Тик яҡынса күҙаллауҙар буйынса пирамида авторҙары кәм тигәндә лә 7 миллиард һум йәлеп иткән тигән фараздар ғына бар.
2021 йылдың 1 кварталында ғына Рәсәйҙә 85 финанс пирамида асыҡланған. Ә дөйөм алғанда илдә уларҙың һаны 2 меңгә яҡынлаша. Билдәле МММ пирамида авторы Сергей Мавроди бөгөн был һандарға ҡарап ғорурланыр ине... Сөнки тап уны финанс пирамидаларҙың атаһы тип йөрөтәләр. МММ унан һуң барлыҡҡа килгән башҡа йөҙәрләгән билдәле пирамида принцибына ҡоролған компаниялар яҙмышы, әйтерһең, бер кемде лә шикләнлдермәй. Ысынында шикләндерә әлбиттә, күп осраҡта белә тороп финанс пирамидаға инеүселәр беренселәр рәтендә аҡса эшләп ҡалыуҙарына ышана. Финико ла кәм тигәндә, 5 йыл йәшәйәсәк тип ышандарҙылар, һөҙөмтәлә 2 йыл тигәндә уның төбө ҡомға терәлде.
Тапшырыуҙы әҙерләгән ваҡытта таныш-белештәр араһынан ғына бер ярым, ике, өс миллион аҡсаларын һалып тишек кәритәләр тороп ҡалыуҙары тураһында бихисап тарихтар ишетергә тура килде. Бик әсенеүле тарихтар, сөнки улар бөтәһе лә тиерлек был суммаларҙы кредитҡа алған, кемдер мөлкәтен һатып, йылдар буйы йыйған һуңғы аҡсаһын илтеп биргән. Уларҙың барыһына ла Кирилл Доронин фамилияһы яҡшы таныш. Финикоға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле ул, һуңғыға тиклем клиенттарын аҡса ҡайтарыласаҡ тип ышандыра килде, үҙенең Төркиә гражданлығы алыуы тураһында ла мәғлүмәттәр йөрөй. Эдуард һәм Марат Сәбитовтар һәм Зыгмунт Зыгмунтович исемдәре лә ят түгел, улар компаньон булараҡ билдәле.
Рәсәй тарихында сираттағы финанс пирамида ҡолауы тураһында хәҙер яҙырға, һөйләргә генә ҡала, тик әйтелгәндәрҙән күпме кеше дөрөҫ һығымта яһар һуң? Күп осраҡта бер тапҡыр алданғандар юғалтҡан аҡсаһын кире ҡайтарам, тип тағы шул уҡ авантюраға бирелә торған ғәҙәте бар.
Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов менән фекер алышабыҙ.