Башҡортостанда уртаса эш хаҡы беренсе тапҡыр 40 мең һумлыҡ сикте уҙып китте. Коронакризис шарттарында был иғтибарға лайыҡ күрһәткес.
Эйе, пандемия кешелек сәләмәтлеген генә түгел, дөйөм иҡтисадтың хәлен дә ярайһы ғына ҡаҡшатты. Уның эҫемтәһе булараҡ бөтә донъяға, шул иҫәптән беҙҙең илгә лә көрсөк килеп баҫты. Эксперттар коронакризистың 5-10 йылға тиклем дауам итеүен дәлилләгәйне. Хәйер, прогноздарҙың иң ҡурҡыныс сценарийҙарын әлегә күҙәтергә тура килмәй. Ә ысынбарлыҡта нимә? Ыснбарлыҡта Башҡортостанда уртаса эш хаҡы яҡышы ғына үҫеш күрһәтә. Былтырғы менән сағыштырғанда ул 8,4 процентҡа үҫһә, инфляцияны иҫәпкә алып һынағанда реаль үҫеш 2,7 процент. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙлек кимәле кәмеүенә шаһитбыҙ.
Тәүге ярты йыллыҡ статистиканы барлап Радий Хәбиров иҡтисадтағы дөйөм тенденцияны ыңғай тип баһалағайны. Төҙөлөштә айырыуса яҡшы динамика. Сәнәғәттә үҫеш бар, әммә дөйөм Рәсәйҙәгенән әҙерәк ҡалыша. Ваҡлап һатыу, йәғни сауҙа 11 процентҡа артҡан. Был иһә халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге яҡшырыуы хаҡында һөйләй. Ошо урында эш хаҡының үҫеүе төп дәлил булып ҡала ла инде.
Алдағы ярты сәғәттә тура эфирҙа барасаҡ әңгәмәне инешләп үттек. Студия ҡунағы менән дә танышып китәйек: иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй хөкүмәте янындағы финанс университетының Өфөләге филиалы доценты Рөстәм Камалов.
Иҡтисади Башҡортостан - 02.09.21 Республикала уртаса эш хаҡы беренсе тапҡыр 40 мең һумлыҡ сикте уҙып китте
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 02.09.21 Республикала уртаса эш хаҡы беренсе тапҡыр 40 мең һумлыҡ сикте уҙып китте