Иҡтисади Башҡортостан - 09.09.21 Дүрт сәғәтлек тура аралашыу: мөрәжәғәттәр, мөһим белдереүҙәр, күҙаллауҙар

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 09.09.21 Дүрт сәғәтлек тура аралашыу: мөрәжәғәттәр, мөһим белдереүҙәр, күҙаллауҙар
  • Иҡтисади Башҡортостан - 09.09.21 Дүрт сәғәтлек тура аралашыу: мөрәжәғәттәр, мөһим белдереүҙәр, күҙаллауҙар

Аҙнаның төп сәйәси ваҡиғаһы — Республика Башлығы Радий Хәбировтың Матбуғат конференцияһы. Тура бәйләнеш форматына яҡыныраҡ һөйләшеү ваҡыт оҙайлығы буйынса рекордлы  — ул 4 сәғәттән ашыу дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә генә Республика Башлығына 4 мең 700 һорау-мөрәжәғәт килде. Уларҙың байтағына яуап яңғыраны һәм проблемаларҙы хәл итеүгә аныҡ бойороҡтар ҙа булды.
Халыҡ менән тура эфирҙа аралашыу федераль кимәлдә күптән, ә һуңғы арала төбәктәрҙә лә үҙенсәлекле бер йолаға әүерелде. Бындай форматтағы һөйләшеүҙең тәүмаҡсаты халыҡтың реаль проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеү юлдарын барлау менән бергә йәмғиәт һәм власть араһындағы бәйләнештең ниндәй кимәлдә булыуын асыҡлау сараһы ла. Тура эфирҙа барасаҡ әңгәмә тап ошо хаҡта булыр. Башлыҡ ауыҙынан сыҡҡан белдереүҙәрҙе анализлап та үтербеҙ.
Бөгөнгө тапшырыу эксперттары менән таныштырып үтәйем: философия фәндәре докторы, социолог, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин һәм иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты белгесе Вилүр Йәмил улы Әхмәтов.