Иҡтисади Башҡортостан - 21.10.21 Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк?

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 21.10.21 Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 21.10.21 Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк?

Илдә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланып китте. Был аҙнала иҫәп алыусылар “был йортта кем йәшәй” тигән һорау менән ишек шаҡый башланы.
“Унда ни эшең бар, һеҙгә нимәгә кәрәк ул”... Ошондай яуаптар ҙа ишетергә тура килә изге миссия менән сыҡҡан кешеләргә.
Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул? Һорау урынлы һәм уны һәр кем дә үҙенә биреп ҡарағандыр... Бөтә мәғлүмәттәр бит электрон алғыстарҙа күптән бар, шуларҙы барлап ҡына ла булыр ине кеүек. Юҡ... юҡ сөнки, халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаты башҡараҡ, күпкә глобаль тип әйткәндә лә була. Илдә кемдәр йәшәй һәм нисек йәшәй, уларҙың йәшәү шарттары ниндәй, ниндәй белеме бар, нисә тел белә, милләте, ғаилә хәле, йәшәү шарттары... ана шулайр мөһим.
1926 йылғы йән иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә Советтар Союзының халыҡ хужалығын үҫтереү планы — биш йыллыҡ ғәмәлгә индерелә. 2002 йылдағы кампанияны барлағас илдә Әсәлек капиталы барлыҡҡа килде. Йәғни, 10 йыл һайын уҙғарылған сара һандарҙы барлау түгел, ә дәүләттәең киләсәккә социаль сәйәсәьтен билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Иҫәп алыуҙың демографик аспекты ла бар. Был әлеге лә баяғы һанды барлау менән генә сикләнеп ҡалмай. Йәғни, күпме кешегә артҡан йә кәмегән, күпмеһе вахта менән эшләй йә сит илдән, башҡа төбәктән күсеп килгән. Демографияны яҡшыртыуға тәьҫир итер ҡарарҙар иҫәп алыу һөҙөмтәләренә таянып ҡабул ителергә тейеш. Ошолар хаҡында алдағы ярты сәғәттә белгес менән һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы, демография мәсьәләләре буйынса даими экспертыбыҙ, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов.