Иҡтисади Башҡортостан - 11.11.21 Кредит бурысы, ҡиммәтле страховканын нисек азат булырға?

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 11.11.21 Кредит бурысы, ҡиммәтле страховканын нисек азат булырға?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 11.11.21 Кредит бурысы, ҡиммәтле страховканын нисек азат булырға?

Кредит заманында йәшәйбеҙ, хәҙерге ваҡытта банкка бурысы булмаған кеше мамонтҡа тиң. Был мәрәкәнең нигеҙендә ысынында глобаль проблема йәшеренгән, халыҡтың финанс ойошмалар алдындағы бурысы йылдан йыл арта, бигерәк тә пандемия осоронда. Мәҫәлән, һуңғы 2 йыл эсендә генә физик шәхестәрҙең банктарҙан алған кредит күләме 30 процентҡа үҫкән. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ бөгөн был сумма 600 миллиард һумдан ашҡан.
Банктар проценттарҙа ғына аҡса эшләүҙән ҡәнәғәт ҡалмай, башҡа төрлө продукттарын да “матур ҡапҡа төрөп” һатып ҡалырға тырыша. Шуларҙың иң ҡиммәтлеһе страховка. Унан баш тартырға ярамай, процент арта, банк ғаризаны кире ҡағасаҡ... һәм башҡа дәлилдәр менән ҡышандырып та ҡурҡытып та кредит суммаһына өҫтәп кәм тигәндә лә сумманың тағы 10-15 процентын “һәмсеп” ҡала улар.
Улайһа кредит алмаҫ кәрәк, тип уйлауы еңел дә ул. Ә торлаҡ, ә машинаны яңыртырға кәрәк булһа, фатирға ла ремонт эшләге килә һ.б. Кредит алырғамы юҡмы һәр кем үҙе хәл итә, тик үҙеңде финанс бурысҡа батырыр алдынан да яҡшы итеп уйларға кәрәк. Башҡаларҙың әсе тәжрибәһен өйрөнеп белешеү ҙә артыҡ булмаҫ. Интернетта кәрәкле мәғлүмәтте соҡоп таба белгәндә лә күп хаталарҙы алдан иҫкәртергә мөмкин. Алдағы ярты сәғәттә беҙ ҙә һеҙгә ошо мәсьәләлә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа әҙерләп тороғоҙ.
Студиябыҙ ҡунағы: кредит һәм страховкалар өлкәһендәге белгес Зөһрә Ғәйнуллина