Иҡтисади Башҡортостан - 03.03.22 Ә хаҡтар менән нимә булыр?

Ә хаҡтар менән нимә булыр?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 03.03.22 Ә хаҡтар менән нимә булыр?

Иҡтисадты сәйәсәттән айырып ҡарарға күпме генә тырышһаҡ та барып сыҡмай. Ысынында иҡтисад сәйәси ҡаршылыҡтарҙың төп ҡоралына әүерелә. Бигерәк тә дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә был яҡшы сағыла.
Америка доллары һәм Евросоюз валютаһы донъя илдәренең, беҙҙең осраҡта Рәсәйҙең сәйәси үҙаллылығына ҡаршы ҡорал булараҡ файҙаланыуы беҙгә күптән билдәле. Сеймалды донъя валюталарына һатыусы ил булараҡ беҙҙең яҡтан уларға яуап бирер инструменттар ҙа юҡ кеүек ине. Тик улар бар һәм көнбайыш быны яҡшы аңлай. Шулай ҙа үҙ дөрөҫлөгөн өҫтөн ҡуйып Рәсәйгә баҫымды көсәйтә килде.

2022 йылдың 24 февралендә Америка менән Европа яуапаты ишетте һәм шунда уҡ иҡтисади ҡоралына тотондо. Санкциялар дәресен ҡабат-ҡабат үҙләштергән Рәсәй бөгөн уларға яуап — имтихан тота. Доллар-103, Евро-114, улар көн дә тарихи максимумдарҙы яңырта, “тешләнгән алма” брендынан башлап иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән йөҙәрләп компания ваҡытлыса эшен туҡтатты, билдәле автомобиль брендтары Рәсәйгә яңы машиналар һатмай. Сикләүҙәр исемлеге көндән-көн киңәйә.

Был яңылыҡтар былай ҙа мәғлүм, бөгөн беҙ ана шул санкцияларҙың эҙемтәләрен баһалар өсөн йыйылдыҡ студияла. Бөгөн-иртәгә магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлек менән нимә булыр, хаҡтар нисек үҙгәрер, капиталды нимә эшләтергә, банктар ябылмаҫмы, иҫәптәге аҡса юғалмаҫмы? Ошо һорауҙарға бөгөн һәр береһе яуап табырға тырыша. Беҙ ҙә ошо маҡсатты беренсел итеп студиябыҙға эксперттарҙы саҡырҙыҡ. Студияла — иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Азамат Барлыбаев.