Иҡтисади Башҡортостан - 10.03.22 Йәйге ялда диңгеҙ ярын күреп булырмы, юҡмы?

Сикләүҙәр, санкцияларҙан башҡа яҡшы яңылыҡ ишетелмәгән осорҙа йылы миҙгелгә пландарҙы барлау ҙа икеле. Өҫтәүенә, бихисап йүнәлештәр бөтөнләй ябылды, осоштар туҡтатылды. Туризм был осорҙо нисек кисерә?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 10.03.22 Йәйге ялда диңгеҙ ярын күреп булырмы, юҡмы?

Донбасстағы махсус операцияға яуап итеп индерелгән санкциялар төрлө тармаҡтарҙы билдәһеҙлек ярына килтереп һуҡты. Туризм кәмәһе лә шул тулҡында сайҡала бирә. Быйыл йәй осһоҙ хаҡҡа диңгеҙ күреү форсаты булмаясаҡ. Быныһы инде көн кеүек асыҡ. Шунлыҡтан да, күптәр Рәсәй курорттарын һайлаясаҡ. Ағиҙел буйлап һалда ағыу, Ирәмәл, Ямантау, Мәсем ташына менеп күреү, Шүлгән таш, Асҡын, Лаҡлы мәмерйәләренең сихри көсөн тойоу күптәнге хыялы булғандарға быйыл яҡшы сәбәп бар.

Барыһы ла ул тиклем үк хөрт түгел битә әле. Төркиә, Мысыр, Ғәрәп Әмирлектәре әлегә асыҡ. Шулай ҙа осоштар буйынса һорауҙар бар, тип иҫкәртә белгестәр. Билдәһеҙлек арҡаһында ял итергә теләүселәр һанының да кинәт кәмеүе күҙәтелә икән.

Студия ҡунағы — туризм тармағы белгесе Айгөл Рәхмәтуллина.