Иҡтисади Башҡортостан - 24.03.22 Импортты алмаштырып булырмы?

Импортты алмаштырыу, ауыл хужалығын, эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы этабына аяҡ баҫабыҙ.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.03.22  Импортты алмаштырып булырмы?

Хәтерләйһегеҙҙер, бер нисә йыл элек импортты алмаштырыу, эмбарго тураһында йыш һөйләнек. Эйе, 2014 йылдарҙа булды был. Әлеге лә Европа һәм Американың иҡтисади санкцияларына яуап булараҡ ҡабул иткәйнек уны. Рәсәй импортты тулыһынса алмаштыра алмаһа ла айырым тармаҡтарҙа уңышҡа өлгәште булһа кәрәк. Шуларҙың береһе — ауыл хужалығы. Дуҫлашырға теләмәгән илдәрҙән беҙгә аҙыҡ-түлек индереү тыйылды. Эмбарго тәү сиратта үҙебеҙҙә үҫтереп булырҙай культураларға ҡағылды, юғиһә бит ҡара ерҙә үҙе ҡалҡып уңыш бирерҙәй кишер, сөгөлдөр һәм картуфты ла күпләп импорттан индерә башлағайныҡ.

Һөҙөмтәһен бөгөн статистика дәлилләй, Рәсәй һуңғы йылдарҙа игенде ситтән алыу түгел, үҙе күпләп экспортҡа сығарып һата башланы. Ә ауылдарҙа емерек фермаларҙы төҙөкләндереп фермерҙар аяҡҡа баҫа башланы. Эйе, әлегә беҙгә аграр дәүләт исеменә дәғүә итергә иртәрәк. Иң мөһиме, үҙ ерлегебеҙҙә, ҡара тупраҡта, тәбиғи шарттарҙа үҫкән аҙыҡҡа бер нимә лә етмәй икәнлеген аңлай башланыҡ.

Импортты алмаштырыу, ауыл хужалығын, эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙең яңы этабына аяҡ баҫабыҙ бөгөн. Эйе тәү ҡарашҡа бәлки ул мәжбүри саралыр, юғиһә, дефицит булмай тороп, ҡарабойҙай бөртөгөнөң дә ҡиммәтен һанға һуҡмаҫ инек.

Алдағы ярты сәғәттә һөйләшер тема инештән аңлашылғандыр. Студиябыҙ ҡунаҡтары — Миәкә районынан ауылынан шәхси эшҡыуар Альбина Мөхәмәтйәнова һәм «Ауылмаркет» һатыу нөктәһе хуж абикәһе Айгөл Иҙелбаева.