Иҡтисади Башҡортостан - 31.03.22 Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына Башҡортостан 2 миллион һумлыҡ өҫтәмә ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 31.03.22 Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Украиналағы махсус операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарына Башҡортостан 2 миллион һумлыҡ өҫтәмә ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Радий Хәбировтың ошондай тәҡдимен парламент бер тауыштан хупланы.
Кеше ғүмерен аҡса менән үлсәп булмай. Быны тапшырыу башында уҡ билдәләп китәм, юғиһә, бөгөнгө һөйләшеүгә сәбәп булған матди ярҙам ғүмер хаҡы, тип аңлана күрмәһен. Рәсәй үҙенең иртәгәһе көнгә хәүефһеҙлеген хәстәрләп уҙғарған махсус операцияны төрлөсә аңлаусылар һәм аңлатыусылар бар. Күптәр һүҙ ҡуйыртып уйламай хәбәр таратҡан арала тап Рәсәй армияһы һалдаттары үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ил, тыныслыҡ, киләсәк өсөн һуғыша. Ә теләһә ниндәй һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Башҡортостан да һуңғы көндәрҙә генә егерменән ашыу улын цинклы табутта ҡаршы алды.

Ҡатмарлы осор тура килә бөгөнгө быуынға. Рәсәйҙе һындырырға, буйһондорорға, иҡтисадын ҡолатырға теләүселәр күп. Бирешергә ярамай, һәм беҙ бирешмәйәсәкбеҙ ҙә. Еңеү сере – берҙәмлектә! Спортта ла, тормошта ла, ил яҙмышын билдәләгәндә лә ул төп хаҡиҡәт. Ә берҙәмлек һинән, минән һәм беҙҙән башлана.

Алдағы ярты сәғәттә тура эфирҙа барасаҡ әңгәмәнең инешен билдәләнек. Хәҙер студиялағы ҡунаҡтар менән танышып үтәйек. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина һәм Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов.