Бөгөн, 14 апрелдә, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Иҡтисади Башҡортостана» тапшырыуы темаһын һорау менән билдәләйбеҙ. Был һорау тәү сиратта, кесе һәм урта бизнесҡа төбәлә. Эйе, әле пандемиянан арынып бөтмәгән эшҡыуарлыҡты хәҙер санкциялар баҫымы һынай. Көнбайыш сикләүҙәренең туранан-тура ҡағылышы булмаһа ла, кесе бизнес бит иҡтисадтағы көрсөктө тәүге булып тоя. Халыҡтың финанс мөмкинлеге кәмегән һайын килем дә төшә.
Пандемия ваҡытында хеҙмәттәр күрһәтеү, туризм, реклама һәм тағы бер нисә айырым тармаҡ зыян күрҙе, әммә аҙыҡ-түлек, сауҙа өлкәһендә хәлдәр бик үк мөшкөл булманы. Бөгөн хәл башҡараҡ, теге йәки был сит ил компанияларының эшенә тығыҙ бәйле тармаҡтар айырыуса ҙур юғалтыу кисерә, көрсөк арҡаһында хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, сауҙа, етештереү, эшкәртеү тармаҡтары килемен юғалта. Күп ҡатмарлыҡтар сит илдәрҙән һатып алынған компоненттар, запас частәр, ҡоролмаларға бәйлелек арҡаһында килеп тыуа.
Кесе һәм урта бизнесҡа һығылмалыҡ хас, йәғни ул тиҙ арала бер йүнәлештән икенсеһенә күсә ала. Мәҫәлән, ҙур предприятие бер ике ай эсендә рессор етештереүҙе туҡтатып двигательдәр эшләүҙе яйға һала алмай. Күп сит ил компаниялары Рәсәй баҙарынан китеүе хаҡында иғлан иткән осорҙа бушап ҡалған тармаҡтарҙы тап эшҡыуарҙар яуларға һәләтле. Ҡулланыусы аҡса менән көтөп тора, тауар-хеҙмәтеңде тәҡдим итеп кенә өлгөр.
Бөлгөнлөкмө әллә мөмкинлекме? Был һорауға белгес яуабын ишетеү дөрөҫөрәк булыр. Студиябыҙҙа ҡунаҡта - «Опора России» кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексә етәксеһе Ләйсән Николаева.