Урындағы үҙидара органдары — кешеләргә иң яҡын торған власть. Халыҡ үҙен борсоған мәсьәлә, үтенес менән тәү сиратта тап уларға мөрәжәғәт итә. Урындағы власть эшмәкәрлегенән йәмәғәтселектең республика, ил етәкселегенә, дөйөм дәүләткә ышанысы ла формалаша тип әйтһәк, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Ауылдарҙың төҙөклөгө, уларҙың көнкүреше элек күмәк хужалыҡтар иңендә ине һәм күп мәсьәләләрҙе колхоз, совхоздар хәл итеп килде. Хәҙер дөйөм хужалыҡтар юҡ, ә ауылдың көнүҙәк мәсьәләләрен урындағы хакимиәттәргә хәл итергә тура килә. Финанс яҡтан нығытылмаған ауыл биләмәләренә юл-күпер төҙөтөү кеүек күләмле эштәрҙе башҡарыр мөмкинлектәре юҡ.
Зарланып, хөкүмәтте ғәйепләп ятыу ҙа эш түгел, бөгөн ауылдарҙа килеп тыуған проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итеүгә өлгәшкән хакимиәттәр етерлек. Ҡайһылары территориаль үҙидара йәмғиәтәрен тергеҙеп, мәсьәләләрҙе аҡһаҡалдар, ауыл старосталары менән бергәләп сисә. Финанс яҡтан эшҡыуарҙар, яҡташтар, ауыл халҡы ярҙамлаша. Был йәһәттән Башҡортостанда уңышлы эш башлаған «Атайсал» проекты ыңғай тәжрибә.
Инеш һүҙҙән аңлауығыҙса, бөгөнгө һөйләшеү муниципаль берәмектәр хаҡында барыр. Быға етди сәбәп тә бар. Бөгөн Өфөлә муниципаль берәмектәрҙең ХII съезы үтә. Сараның урындағы үҙидаралыҡтар көнөндә үтеүе үҙе бер мәртәбә өҫтәй.
Беҙҙең студияла ҡунаҡта — Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы ассоциацияһының башҡарма директоры Борис Нурисламов.