Башҡортостанда старт алған «Атайсал» проекты тәүге һөҙөмтәләрен барлай

Иртәгә Өфөлә «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтәсәк.
  • Башҡортостанда старт алған «Атайсал» проекты тәүге һөҙөмтәләрен барлай

Ике меңдән ашыу меценат, алты меңдән күберәк проект. Үткән йыл Башҡортостанда старт алған «Атайсал» проекты тәүге һөҙөмтәләрен барлай. Иртәгә Өфөлә үтәсәк «Яҡташлыҡ көсө» тип аталған форумға иң әүҙемдәре йыйыла.
Бура бурау өмәһе, нигеҙ һалыу, өй күтәреү, мүк тығыу өмәләре, өй йыуыу йолаһы, бесән туйы, ҡаҙ өмәһе. Халҡыбыҙ борондан бер-береһенә ярҙам итеп йәшәгән, ауыр эште күмәкләп башҡарған, уның өсөн хаҡ һорамаған. Шатлыҡ булғанда йә ҡайғы килгәндә туғандар, дуҫтар, күршеләр саҡырыуһыҙ йыйылған. Атай-олатайҙар ҡалдырған бер-береңә ярҙам итеү йолаһы әлегәсә матур өлгө булараҡ һаҡланып килә.

Башҡортостанда кесе Ватанын яратҡан һәм уға бар яҡлап ярҙам иткән әүҙем замандаштарыбыҙҙы берләштереүсе проект эшләп китте. “Атайсал” сайты аша 1 йыл эсендә башҡарылған изге эштәрҙең дөйөм суммаһы 600 миллион һумға еткән. Эш аҡса күләмендә генә түгел әлбиттә. Үҙ атайсалын яратҡан яҡташтарыбыҙҙың күп булыуында һәм әүҙемлегендәлер. Мәҫәлән, улар араһында ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-30-лаған проектты тормошҡа ашырыусылар бар. 30 миллион аҡсаһын хәйер иткән һәм бөтөнләй аҡса сарыф итмәйенсә лә төрлө саралар ойоштороп халыҡты туплай алған кешеләр булыуы ҡыуандыра. Проекттың төп маҡсаттарының береһе лә шул – берҙәмлекте нығытыу.

Атайсалын яратҡан һәм бар яҡлап ярҙам иткән меценаттар беҙҙең студияла ҡунаҡта, улар менән таныштырып китәйем. Эшҡыуар Илсур Ғәйнетдин улы Нәбиуллин һәм шулай уҡ йүнсел, Өфө районы советы депутаты Марат Ғәлихан улы Усманов.