Иҡтисади Башҡортостан - 09.06.22 Изгелекле һөнәр эйәләренең көнитмеше

Башҡортостандың социаль-иҡтисади торошо, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында «Иҡтисади Башҡортостан» тапшырыуы бәйән итә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 09.06.22 Изгелекле һөнәр эйәләренең көнитмеше

Иң кешелекле һәм изгелекле һөнәр эйәләре – социаль хеҙмәткәрҙәр 8 июнь көнө үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Башҡортостанда социаль хеҙмәткәрҙәр армияһы 15 меңдән ашыу кешене берләштерә. Уларҙың ярҙамына мохтаждар һаны миллион ярымдан ашып китә. Психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә ярҙамға, иғтибарға лайыҡ мохтаждар менән эшләүселәргә. Социаль хеҙмәткәрҙәр хаҡында, бөгөн күрһәтелгән социаль ярҙам һәм уның кемдәргә күрһәтелергә тейешлеге хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

9-сы июндә, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһында барған "Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуының ҡунағы — Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған “Изгелек” халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәге директоры Тәғзимә Ғәбделвәлиева.