Санкциялар баҫымы арҡаһында бөгөн Европа баҙарының Азияныҡы менән алмашыныуын күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы 10 йыл эсендә генә Азия дәүләттәре менән Рәсәйҙең тышҡы сауҙа бәйләнештәре 3 тапҡырға артҡан. Бөгөн был тенденцияның артабан үҫә барасағына шигем юҡ. Үҙҙәрен беҙҙең илдең “дошман”ы итеп танытҡан көнбайыш тауарҙарына алмаш табыласаҡ, был бит баҙар ҡануны. Ихтыяж бар икән тәҡдим дә буласаҡ.
Санкт-Петербургта был көндәрҙә иң күләмле иҡтисад форумдарының береһе бара. Халыҡ-ара майҙансыҡҡа йыйылыусылар составы быйыл үткәндәренән бер ни тиклем айырыла. Әлбиттә, унда Рәсәй менән партнерлыҡ бәйләнештәрен өҙмәгән дәүләт вәкилдәре өҫтөнлөк итә. Башҡортостан быйылғы форумда Мәскәү һәм Петербургтан ҡалыша иң күләмле экспозицияларҙың береһен тәҡдим итә. 600 квадрат метрҙа урынлашҡан экспозицияла ҡунаҡтар тирмәгә инеп төбәктең инвестиция потенциалы менән таныша ала, КА32 ҡиәфәтендә эшләнгән зонала һөйләшеүҙәр алып барырға мөмкин, ошонда уҡ башҡорт ресторанына инеп милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итергә мөмкин. Был тәү сиратта төбәктең инвесторҙарға мөнәсәббәтен һәм бизнес менән хеҙмәттәшлектә яуаплы булыуын билдәләүсе фактор.
Форумда ҡатнашыуҙан ҡарағанда уның һөҙөмтәһе мөһимерәк. Был юлы Башҡортостан 65 миллиард һумлыҡ 30 килешеү төҙөйәсәге хаҡында алдан хәбәр ителгәйне. ДОМ.РФ менән 20 млрд һумға рәсми документ раҫлана. Был суммаға Өфөнөң Ағиҙел аръяғында торлаҡ йорттар төҙөү өсөн инфраструктура әҙерләү, һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпитален төҙөү, шулай уҡ Өфөлә 360 балаға иҫәпләнгән математика лицейы һәм 250 урынлыҡ дөйөм ятаҡ биналарын төҙөү күҙаллана. Беларусияның Амкадор компанияһы менән берлектәге завод төҙөү ниәттәре лә форум сиктәрендә имзалана. Бынан тыш Башҡортсотан делегацияһы Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбакстан, Иран һәм Ҡытай инвесторҙары менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмәне анонслап шуны ла әйтергә кәрәк. Сибайҙағы инвестиция форумы быйыл ҡатмарлы сәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара статуста нығынды. Санкцияларға ҡарамаҫтан, Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр булған һәм бар, шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙә лә иҡтисад бер урында туҡтап ҡалманы. Былар хағында тәфсирләп, иҡтисад фәндәре кандидаты, даими экспертыбыҙ Илдар Ғәбитов менән һөйләшәбеҙ.