Иҡтисади Башҡортостан - 04.08.2022 Өфө туризм үҙәгенә әйләнә

Өфө - туризм үҙәге булып нығына алырмы?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 04.08.2022 Өфө туризм үҙәгенә әйләнә

Өфө туризм үҙәгенә әйләнә. Дөрөҫөрәге әйләнергә тейеш. Һәр хәлдә, йәмәғәт урындарын, тарихи архитектур ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү эшенең һуңғы йылдарҙа әүҙемләшеүен күреп ошондай өмөт нығына.

Башҡортостанда туризмды үҫтереү тураһында фекер йөрөткәндә, беҙ тәү сиратта археологик ҡомартҡыларға бай Шүлгәнташты, Белореттың мәғрүр ҡаяларын, Яҡтыкүл, Аслыкүл, Ҡандрыкүлде һәм башҡа бихисап тәбиғи объекттарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Өфө, меңәр йыллыҡ тарих һаҡлаған цивилизация үҙәге булараҡ был йәһәттән иғтибарҙан бер аҙ ситтәрәк ҡала тиһәк яҙыҡ булмаҫ. Сөнки туристик инфраструктура, уның туристик мәҙәниәт үҫешмәгән баш ҡалабыҙҙа. Ситтән килгән кешегә Салауат Юлаев һәйкәлен күрһәтеүҙән ары ла китеп булмай ине.

Хәйер, был турала үткән заманда һөйләргә насип. Бөгөн төҙөкләндерелгән, заманса йәмәғәт урындары бихисап, тарихи объекттарҙы ла кеше күҙенә күрһәтеүе оят түгел. Был һуңғы йылдарҙа Өфөнөң туристик имиджын нығытыу өҫтөндә башҡарылған йылдам эш һөҙөмтәһе.

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен төҙөкләндереү проекттары конкурсында ла еңеп сыҡты. Федераль бюджеттан милли проект сиктәрендә 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Был суммалар йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, туристар һәм ҡала халҡы өсөн уңайлы ял нөктәләрен булдырыу, унда бизнесты йәлеп итеү маҡсатында тотонола. Тимәк, алда әйтелгәндең ғәмәлдә башҡарылыуына тағы бер ишара.

Тапшырыуҙың бөгөнгө ҡунаҡтары: Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Динар Хәлитов һәм туризм тармағы белгесе Комил Сиражетдинов.