Бал Башҡортостан өсөн һис арттырыуһыҙ милли бренд. Ата-бабабаларҙан күсә килгән кәсепте бөгөн баҙар шарттарына яраҡлаштырып унан килем алыусылар бихисап. Башҡорт балының хаҡы ситтән килгәндәрҙән дә күпкә ҡиммәтле булыуы ла уның сифаты һәм был тауарға ихтыяж барлығы билдәһе. Бөгөн һүҙебеҙ тап усмартасылыҡ хаҡында булыр.
Умартасыларға киләсәккә ышаныс менән бағыу мөһим. Аяуһыҙ ямғырҙар ҡорттарға быйыл осорға, бал йыйырға ирек бирмәй. Башҡортостан бренды булған башҡорт балы күләме башҡа йылдар менән сағыштырғанда аҙыраҡ булыр, тигән фекерҙәр ишетелә. Был ысынлап шулаймы икән. Беҙҙең һорауҙарға ҡорт, уның яҙмышын яҡшы белгән умартасылар яуап бирә. Студиябыҙҙа ҡаныҡта Әлфиә менән Риф Шәүәлиевтар.