Үҙ эшеңде нисек башларға, бизнесҡа нигеҙ һалыу серҙәре, интернет магазин асыу үҙенсәлектәре? Был һорауҙар интернетта ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙаланылған һүҙбәйләнештәр исемлегенән. Замандаштарыбыҙ араһында үҙ эшен асып ебәрергә, дәүләткә йәки эш биреүсегә көсөңдө түккәнсе бәләкәй генә булһа ла бизнес булдырыу хыялы менән яныусылар күп. Әммә быға һәр кем ҡыйыулыҡ итмәй, күптәр башланғыс капитал юҡлығына һылтана. Икенселәр эштең барып сыҡмау хәүефенән ҡурҡып баҙап ҡала.
Дәүләт тә, кесе йә урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә ярҙам итеү кәрәклеген аңлай булһа кәрәк. Пандемия ваҡытында тикшереүҙәрҙе туҡтатып тороуҙары, зыян күргән тармаҡтарға аҡсалата ярҙам итеүҙәре...былар барыһы ла власть менән бизнес араһындағы кәртәләрҙең юҡҡа сыға барыуы хаҡында һөйләй.
Бизнес тигәндә, мин һис шикһеҙ, ҙур компаниялдарҙы күҙ уңында тотмайым. Теләһә ниндәй уңышлы бизнес бәләкәйҙән башлана бит. Иң мөһиме башҡарған эшеңдән ҡәнәғәтлек алыу. Эшҡыуарлыҡты үҫтерергә теләйбеҙ икән, йүнселдәрҙе табырға кәрәк һәм яратҡан эшенән, шөғөлөнән, хоббиһынан килем алыуға йүнәлтмә биреү шарт. Ошо маҡсатты өҫтөн ҡуйған дәүләт программаларының береһе тип социаль контракт тигәнен әйтер инем. Адреслы социаль ярҙамды аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә алһа, күптән түгел был исемлек киңәйтелде. Хәҙер шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр ҙә был дәүләт ярҙамынан файҙалана аласаҡ.
Социаль контракт бер нисә категорияға бүленгән һәм ул тик эшҡыуарлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай. Ауыр хәлдә ҡалғандарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү уның төп маҡсаты. Был хаҡта тәфсирләп студиябыҙ ҡунаҡтары менән һөйләшербеҙ.
Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Өфө районы буйынса филиалы директоры Миләүшә Йәмилова, Өфө ҡалаһының мәшғүллек үҙәге директоры урынбаҫары Ләйсән Ғәлләмова.