Шуныһы күптән мәғлүм – уңыш рекордлы 5 миллион тонналыҡ сикте уҙып китте. Әлегә тиклем Башҡортостан бындай һанға үткән быуаттың 80-се йылдарында ғына өлгәшә алған ине.
Иген борондан илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген билдәләүсе күрһәткес булып тора. Геосәйәси майҙанда Украина кризисы көсәйгән ваҡытта был факторға иғтибар айырыуса юғары. Халыҡ-ара ойошмалар алдағы ҡыштың күп дәүләттәр өсөн ауыр килеүен фаразлай, быйыл бөтә донъяла аслыҡтан интегеүселәр һанының 218 миллион кешегә етәсәге хаҡында отчет яҙа. Рәсәй донъя баҙарында иген экспортлау буйынса тәүге 5, ә бойҙай буйынса беренсе урында тора. Беҙҙең илгә ҡарата, бығаса бер дәүләт тә күрмәгән рекордлы санкциялар арҡаһында ла килеп сыға бөгөн 21 быуатҡа хас булмаҫҡа тейеш күренештәр.
Сәйәсәтте ситкәрәк ҡуйып торайыҡ. Бөгөн беҙ быйылғы мул уңышты барлап, уларҙың киләсәктә хаҡтарға тәьҫирен, ауыл эшсеһенең бөгөнгөһөн һәм иртәгәһен хәстәрләр мәсьәләләр менән булырбыҙ. Сөнки, был аҙна ахырында эштең нимә икәнен яҡшы аңлаған, икмәк хаҡын белгән ер кешеләре – ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағы белгестәре һөнәри байрамын билдәләй.
Студиябыҙ ҡунағы – ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов.