Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә бөгөндән хәрби хәл режимы ғәмәлгә инде. Рәсәй президенты был турала кисә илдең Хәүефһеҙлек Советында иғлан итте. Сиктәш региондарҙа иғтибарлыҡтың уртаса режимы, Үҙәк һәм Көнъяҡ федераль округтарҙа юғары әҙерлек, ә башҡаларында әҙерлектең база кимәле индерелгән. Төбәк етәкселәре яңы вәкәләттәр алды. Республика башлығы Радий Хәбиров бығата ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
Әҙерлектең база кимәленә ярашлы, хәрби объекттарҙы, заводтарҙы, транспортты һаҡлау көсәйтелә. Бынан тыш, өлөшләтә мобилизация ваҡытында килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тейешле документтар тәртипкә килтерелә. Комендант сәғәте индереү, армия ихтыяждары өсөн милекте тартып алыу һәм башҡа етди саралар талап ителмәй. Рәсәй Президенты мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса бурыстар исемлеген раҫланы. Владимир Путин үҙ сығышында мобилизацияға эләгеүселәргә һәм уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам итергә ҡушты.
Ил етәксеһе ҡушҡандарҙан тыш, Рәсәй субъекттары өҫтәмә ярҙам саралары ҡабул итә. Башҡортостанда барлығы 30-ҙан ашыу пункттан торған ярҙам пакеты ҡабул ителгән. Улар хаҡында алдағы ярты сәғәттә ентекләберәк һөйләшеп китербеҙ. Студияла — халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Өфө районы буйынса филиалы директоры Миләүшә Йәмилова.