Быйылғы рекордлы уңыштың ҡабатланырына ла өмөт юҡ, сөнки ер ял итергә тейеш, ә уны ашлатыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары, импортлы техникаларға запас частаргә дефицит. Шулай ҙа, илдә аҙыҡ-түлек менән проблема булмаясаҡ тип тынысландыра белгестәр.
Ауыл хужалығында ике бәлә бар - насар уңыш һәм яҡшы уңыш. Был ике бәләнең ҡайһыһы насарыраҡ икәнен бер үк әйтеп булмай. Быйыл мәҫәлән, яҡшы уңыш ҡыуанысы ураҡ кампанияһы бөтөр-бөтмәҫтән бәләгә әүерелдә. Запас күп булғанлыҡтан, игенгә хаҡ 30 процентҡа төштө, үткән йылдарҙа улар экспортҡа сығарылһа, быйыл санкциялар арҡаһында донъя баҙарына сығарып һатыу мөмкинлеге булманы. Ошо сәбәптән, бәләкәйерәк хужалыҡтар бөгөн кредит, башҡа бурыстарын ҡаплар өсөн уңышты үҙҡиммәтенән дә түбәнерәк хаҡҡа һатырға мәжбүр ти,п анализлай эксперттар.
Был шарттарҙа киләһе миҙгел ауыл эшсәндәре өсөн ҙур ҡатмарлыҡтар вәғәҙәләй, тигән фекерҙә белгестәр. Иген урынына башҡа культуралар сәсеүселәр күбәйәсәк. Ә бына сит илдәрҙән, башлыса Европанан һатып алына торған ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары, юғары уңышлы орлоҡтар, ҡайһы бер ашламалар менән хәл нисек булыры әлегә билдәһеҙ.
Теманы алдағы ярты сәғәттә ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры Рафаэль Исмәғилов менән дауам итәбеҙ.