Иҡтисади Башҡортостан - 1-се декабрь Рәсәй халҡы өсөн бихисап яңылыҡтар алып килде

1-се декабрҙән Рәсәйҙә яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 1-се декабрь Рәсәй халҡы өсөн бихисап яңылыҡтар алып килде

Тап бөгөндән, 1-се декабрҙән илдә яңы үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Күпселеккә мәғлүм булғаны һәм байтаҡ бәхәстәр тыуҙырғаны коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы менән бәйле. Индексация 9 процентҡа тиклем етә. Бынан тыш, медицина страховкаһы электрон форматҡа күсерелә, һалым органдарына иҫәпкә баҫыу мөмкинлеге ябайлаша — уны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғына башҡарып буласаҡ, фатир эсендә сауна, хамам урынлаштырырға рөхсәт ителә, ә колледж-техникумдарҙа етештереү комплекстарын асып, унда ла студенттарҙы эшкә алырға мөмкинлек бирелә. Был үҙгәрештәргә алдағы минуттарҙа туҡталып китербеҙ.

Студия ҡунағы - Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.