Башҡортостан – яҡшы үҫешкән аграр төбәктәрҙең береһе, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынды биләйбеҙ. Аграр тәғәйенләнештәге 7 миллион гектарҙан ашыу баҫыуҙарҙың яртыһынан күбе сәселә. Был беҙгә һыйыр малы һаны һәм итен етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе, һөт һәм йәшелсә үҫтереү күләме буйынса икенсе урында ныҡлы баҫып торорға мөмкинлек бирә.
Башҡортостанда ныҡлы сеймал базаһы булыуы ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеү өсөн ышаныслы нигеҙ булдыра. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта аҙыҡ-түлек етештереү күләме 13,4 процентҡа артҡан. Быға көнбайыш санкциялары ла ыңғай тәьҫир итте. Ситтән индерелгән ярымяһалма продукцияға юл ябылды, үҙебеҙҙең тәбиғи аҙыҡҡа ихтыяж артты. Был шарттарҙа ауыл хужалығы продукцияларын әҙер аҙыҡҡа тиклем эшкәртеү мөмкинлектәре тағы ла үҫте. Сеймал бар, һатып алыусы етерлек, тимәк эште ойошторорға, эшкәртергә, ҡапҡа төрөргә, сифат тураһында онотмаҫҡа һәм тейешле маркетинг алымдарын ҡулланып һатырға, тағы үҫергә, киңәйергә...
Эх, барыһы ла шулай һүҙҙәге һымаҡ еңел генә булһа ине тип мине төҙәтер шунда уҡ аҙыҡ-түлек етештереү нимә икәнен белгән йүнселдәр. Эште нимәнән башларға, ниндәй ярҙам саралары бар, ни өсөн Башҡортостанда әлегә эшкәртеү йүнәлеше үҫешеп етмәгән?
Студиябыҙҙа ҡунаҡта — Башҡортостан кооператив институты доценты, ауыл хужалығы белгесе Әлфирә Мәжитова.