1-се ғинуарҙан Рәсәйҙә Берҙәм һалым иҫәбе ғәмәлгә инде. Был яңылыҡ һалымдар системаһы өсөн етди үҙгәреш булып һанала, сөнки дәүләткә түләнә торған иғәнәләрҙе йыйыуҙы еңелләштерә, тип аңлата белгестәр. Шул уҡ ваҡытта, был үҙгәреш бизнес өсөн өҫтәмә баш бәләһенә әүерелеүе лә ихтимал. Шуға күрә, яңылыҡҡа ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Нимә ул Берҙәм һалым иҫәбе, һәм ни өсөн бөтә һалымдарҙы Берҙәм һалым түләүе аша башҡарырға кәрәк?
Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы һанлы инспекция етәксеһе Гөлсөм Мортазина менән әңгәмә ҡорабыҙ.