Башҡортостан ҡаҙнаһының төп сығанаҡтарының береһе — сәнәғәт. Бөгөн ул башлыса нефть, химия тармаҡтары менән көслө булһа, тәүбашлап башҡорт ерҙәрендә сәнәғәттең сәскә атыуы металлургия менән бәйле була. 18-сы быуаттың 30-сы йылдарында башлана тау-байыҡтырыу хужалығы үҫеше. Төрлө осорҙар кисерә, үткән быуаттың 80-се йылдарында ғына ла Республика биләмәләрендә 30 металлургия заводы булған. Бөгөн уларҙың күпселеге тарихта ғына ҡалған.
Белорет, Красноусольск, Архангел, Благовещен. Металлургия беҙгә ҙур ҡала-ҡасабалар ҙа ҡалдырған. Ә уларҙағы заводтарҙан емерек стеналар ғына. Улар ысын тарих һаҡлай. Быны аңлап Республика Башлығы Радий Хәбиров боронғо заводтарҙы туристик йәһәттән йәнләндереү бурысын ҡуйғайны. Башланғыс, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, башта артыҡ оптимизм тапманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәсьәлә бер урында ла тороп ҡалманы. Мәләүез районындағы Воскресенск еҙ иретеү заводы биләмәһен төҙөкләндереү проекты мәҫәлән, федераль субсидияға лайыҡ булды. Туристик объектта бөгөн байтаҡ эштәр башҡарылған. Сиратта Ғафуриҙәге быяла заводы, Благовещендағы еҙ иретеү, Белорет металл ҡойоу һәм Тирлән металлургия заводтары. Нимәләр башҡарылған, башҡарыласаҡ? Былар хаҡында алдағы ярты сәғәттә студиябыҙ ҡунағы менән әңгәмәләшербеҙ.
Студия ҡунағы - мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса БР идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин.