Байрамлы эш аҙнаһын дауам итеп, эшлекле даирәгә көйләнәбеҙ. Шулай ҙа яҙҙың тәүге иң матур, иң хисле байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө хаҡында ла онотмайбыҙ. Бөгөн һүҙебеҙ эшлекле гүзәл заттарыбыҙ хаҡында булыр. Сер түгел, юғары вазифалар биләгән, уңышлы бизнес ойошторған инәй, апай, ҡыҙҙарыбыҙ етерлек. Заман менән бергә атлаған, ауырлыҡтар алдында бирешеп бармаған, лидерлыҡ сифаттарын хатта ир-егеттәр өҫтөнлөк иткән коллективтарҙа ла күрһәтеп хөрмәт ҡаҙанған, юғары даирәләргә еткән ханымдар хаҡында һөйләшеүгә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.
Беҙҙең студиябыҙҙа ҡунаҡта - үҙҙәрен бизнеста тапҡан гүзәл заттар: шәхси эшҡыуар Ләйлә Мөхәмәтғалина һәм Зилиә Йәғәфәрова.