Ҡайҙа ял итергә барырға. Иң беренсе тыуа торған һорау ошо, әммә һуңғы йылдарҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостан халҡы беренсе сиратҡа ҡайҙа осорға рөхсәт ителгән тигән һорауҙы бирә. Пандемия, унан санкциялар арҡаһында сит илдәргә барып ял итеүҙә бихисап ҡатмарлыҡтар тыуа. Йәйгә нимә булырын хатта күҙаллауы ла ауыр, шуға күрә белгестәр менән сит илгә юллама алыу үҙенсәлектәрен барларбыҙ.
Мине тәнҡитләргә ашыҡмағыҙ, сит-ят тарафтарҙа, ете диңгеҙ аръяғында ял итеүгә ҡарағанда үҙебеҙҙең хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙа ял итеүҙе хуп күреүселәр. Мин үҙем дә шундайҙарҙан. Ярты сәғәтлек әңгәмәлә эске туризм хаҡында ла һөйләшергә ваҡыт етерлек булыр.
Студиябыҙ ҡунаҡтары — туризм тармағы белгестәре Айгөл Рәхмәтуллина һәм Гөлшат Хәкимова.