Иҡтисади Башҡортостан - 30.03.2023 Республика юлдары ни торошта?

Республика юлдары ни торошта?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 30.03.2023 Республика юлдары ни торошта?

Яҙ һайын яңырған бер үк бәлә, бер ниндәй тәнҡитте лә күтәрмәгән, сараһыҙҙан мәрәкәләр үҙәгендә йыш ҡабатланған юлдар хаҡында булыр бөгөн һүҙебеҙ. Шулай тигәс тә һүгер өсөн түгел, ә белер өсөн. Ҡар менән бергә ирегән асфальттағы соҡорҙар ҡасан һәм нисек ямала, иҡтисадтың төп драйверы булған юл инфраструктураһы үҫеше, әлеге лә санкциялар күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, тотош юл төҙөлөшө тармағында нисек сағыла? Ошо һәм башҡалар хаҡында булыр алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмә.

Башҡортостанда төрлө кимәлдәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 50 мең километрға етә. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урындабыҙ. Беренселәге Алтай крайынан бер аҙға ғына кәмерәк, хатта инфраструктура йәһәтенән яҡшы үҫешкән Мәскәү өлкәһе, Крсанодар крайында юлдар беҙҙән ҡарағанда әҙерәк. Күләм бер, әммә юлдар даими хеҙмәтләндереү талап итә. Урал һыртындағы тәбиғәт шарттарын иҫәакә алғанда, йәйге 40 градус эҫе һәм ҡышҡы 40 градуслы сатлама һыуыҡта асфальт ҡына түгел, аҫтындағы түшәмде лә эшлектән сығара.

Юл инфрасруктураһы – иҡтисадтың төп драйверы. Ҡайҙа уңайлы локация, сифатлы юлдар шунда инвестициялар йәлеп итеүе еңел. Был йәһәттән республика ҡулында козырь бар тип әйтһәң дә шыттырыу булмаҫ. Туризм үҫтереү йәһәтенән дә яҡшы юлдар төп күрһәткестәрҙең береһе булып ҡала.

Юлдарҙың сифаты менән бер кәлимәлә хәүефһеҙлек мәсьәләһе килә. Ғәмәлдә юлдар ни тиклем тигеҙ, шул тиклем үлемесле авариялар һаны күберәк. Тимәк, асфальт түшәп ҡуйып ҡына эш бөтмәй, юл билдәләре, боролоштарҙа юл сите кәртәләре, тиҙлекте күҙәтеү камералары... былар барыһы ла бер юлы башҡарыла торған эштәр. 2022 йылда Башҡортостан юлдарында 3 меңдән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, ҡыҙғанысҡа 409 кеше ҡорбан булған. Шуныһы мөһим, авариялар һәм үлем осраҡтары алдағы йыл менән сағыштырғанда 11 һәм 15 процентҡа кәмегән.

Яҙ һайын актуаль юлдар, соҡорҙар темаһына "Башкиравтодор" ойошмаһының матбуғат хеҙмәткәре Марсель Байдәүләтов менән әңгәмә ҡорабыҙ.