Иҡтисади Башҡортостан - 06.04.2023 Баҡсаларға аҡсалар яуа

Баҡсаларға аҡсалар яуа.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 06.04.2023 Баҡсаларға аҡсалар яуа

Тиҫтәләрсә йылдар дауамында үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, үҙ бәләһе үҙенә генә ҡалып йәшәп килгән баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика йөҙ менән боролдо. Былтыр тәүге 100 миллион бюджет аҡсаһы бүленгәйне. Был аҡсаға 79 СНТ-ла юлдар ремонтланған, шулай уҡ биләмә эсендәге юлдарҙы үҙ аллы төҙөкләндергән баҡсасылыҡ ширҡәттәренә сығымдарының яртыһы ҡаплана. Электр менән тәъмин итеүгә лә бихисап тотонолған. Быйыл ярҙам күләме 250 миллион һумға тиклем арттырылды.

Башҡортостанда 1700 баҡсасылыҡ ширҡәттәре, уларҙа 500 мең баҡса бар. Тағы ла 300 СНТ әлегә рәсми теркәлеү үтмәгән. Һан буйынса беҙ Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә. Ергә ерегеп йәшәгән баҡсасылар, уларға дәүләт ярҙамы, баҡсасылыҡтарҙың тиҫтәләрсә йылдар йыйылған проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында алдағы ярты сәғәттә һөйләшербеҙ. Тема осраҡлы һайланманы – баҡса миҙгеле башланып тора.

Студиябыҙ ҡунаҡтары менән танышып китәйек: "Баҡсасылар союзы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе идараһы ағзаһы Рәзил Бикбулатов һәм берләшмәнең советы ағзаһы Юлай Сафин.