Иҡтисади Башҡортостан - 13.04.2023 Урман - йәшел ҡалҡан

Урман - йәшел ҡалҡан.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 13.04.2023 Урман - йәшел ҡалҡан

Урман — тәбиғәтең иң ҙур байлыҡтарының береһе, экологик хәүефһеҙлек нигеҙе, иҡтисадта ул халыҡ хужалығының тотороҡло килем сығанағы. Туйҙырыусы ла, кейендереүсе лә, йылытыусы ла. Ҡыҫҡаһы, урман – ул ерҙең йәшел ҡалҡаны. Урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү тотош кешелек өсөн мөһим саралар. Сөнки улар киләсәк сәләмәтлегендә лә, йәшәйешендә лә һис шикһеҙ сағылыш табасаҡ. Сәнәғәт үҫешкән дәүерҙә заводтарҙың, автомобилдәрҙең күпләп атмосфераны бысратыуынан һаҡлаусы ла ошо йәшеллек бит.
Башҡортостан урман ресурстары күләме буйынса Рәсәйҙә тәүге төбәктәр исемлегендә. Республика биләмәләренең 3-тән 1 өлөшө төрлө кимәлдәге урмандарҙан тора. Ә 19 быуатта 70 процент ерҙәрҙә ағаслыҡ булған. Әлеге көндә урмандарҙың күпселек өлөшөн япраҡлы ағастар тәшкил итә. Ә төҙөлөш өсөн ҡиммәтле ылыҫлылар күләме йылдан-йыл кәмей.

Ошо уҡ тенденция бөтә Рәсәйгә, хатта донъяға хас. Урмандарҙың майҙаны кәмеүендә кеше факторынан тыш янғындарҙың да өлөшө ҙур.
Башҡортостан өсөн урман янғындары оло бәләгә әүерелеүе ихтимал икәнен 2021 йылдың йәйендә яҡшы аңланыҡ. Иртә яҙ һәм ямғырһыҙ, эҫе йәй арҡаһында төбәк урмандары тотош усаҡлыҡҡа әүерелә яҙҙы. Быйыл ҡояштың иртә ҡыҙҙыра башлауын иҫәпкә алғанда хәлдең ҡабатланырына алдан әҙер булыу зарур.

Студия ҡунағы — Урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.