Иҡтисади Башҡортостан - 20.04.2023 Милли йүнәлештәге бизнес

Бөгөн, Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 20.04.2023  Милли йүнәлештәге бизнес

Түшелдерек, селтәр, биҙәүестәр, милли кейем... эйе, ул бар...Милли йүнәлештәге бизнес хаҡында һүҙем... Бик йылдам ғына үҫешә, тимәк ихтыяж да бар.
Апрелдең өсөнсө йомаһы Башҡортостанда Милли кейем көнө. Быйыл Ураҙа байрамына тура килгәнлектән, байрам бөгөн билдәләнә. Республика халыҡтарының милли кейем көнө Башҡортостанда йылына ике тапҡыр үтә. Апрелдәгеһе 2020 йылдан алып уҙғарыла һәм халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо көндә балалар баҡсаларына, мәктәпкә, хатта бихисап ойошмаларҙа эшкә милли кейемдә килеү дресс-коды индерелде. Был сағыу күренешкә социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған саралар ҙа рух өҫтәй.

Бынан 10-15 йылдар элегерәк милли кейемдәге кешене урамда осратыу нисектер ят ине, был кешегә клуб сәхнәһенән кейемен алыштырырға онотоп сыҡҡан кеүек ҡарар инек. Ә хәҙер был мода, тренд, заманса, рухты сағылдырыусы бер күрһәткес булараҡ ҡабул ителә.
Инеш һүҙҙе милли бизнес менән башлап китеүемдең сәбәбе буштан түгел, сөнки студиябыҙҙа ошо йүнәлештә үҙен тапҡан йүнселдәр: "Селтәр" башҡорт милли кейемдәре халыҡ студияһы етәксеһе Фатима Хәйретдинова һәм милли кейемдәр тегеүсе Гөлфиә Хамматова.