Иҡтисади Башҡортостан - 01.06.2023 Ғилемле балалар - ышаныслы киләсәк

Ғилемле балалар - ышаныслы киләсәк.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 01.06.2023 Ғилемле балалар - ышаныслы киләсәк

1-се июндән йәй менән бергә каникулдар башлана. Шулай уҡ, был дата Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө булараҡ билдәле. Шуға ла алдағы ярты сәғәттә һөйләшеү балалар хаҡында барыр. Анығыраҡ итеп әйткәндә, тәрбиә, белем, мәктәптең һәм ғаиләнең роле хаҡында булыр әңгәмә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө сабый-үҫмерҙәргә байрам ойоштороу маҡсатынан ғына килеп сыҡмаған. Ул тәү сиратта балаларҙың йәшәүгә, белем алыуға, сәләмәтлеген һаҡлауға, ғаилә именлегенә булған хоҡуҡтары хаҡында хәтерләтеү, өлкәндәрҙең балалар проблемаларына иғтибарын йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ ҙә бөгөн балаларыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп уларға лайыҡлы белем биреү, һәләттәрен асыу хаҡында һөйләшербеҙ.

Студиябыҙ ҡунаҡтары - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернаты директоры Илнур Сәлихов һәм 1-се күп профилле республика полилингваль гимназия уҡытыусыһы Миләүшә Ғирфанова.