Һайлауҙар тамам...рифмаға һалып по домам тип әйтке килә лә. Рифмаға һалып әйтелгән ғәмәлдә булып ҡуймаһын тип шөрләтә. Мөһим сәйәси кампания алдынан ихлас яңғыраған вәғәҙәләрҙең үтәлерен күҙәтер, ә ҡайһы саҡта талап итер ҙә мәл етте.
10-сы сентябрҙә республиканың төп закондар сығарыу органы – Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың 7-се саҡырылышына һайлауҙар үтте. Дәүләт ҡоролошонан беләбеҙ, илдә власть өс кимәлдән – закондар сығарыу, башҡарма һәм судтан тора. Шуның тәүгеһе беҙҙең йәшәйеште, көнкүреште, дәүләт ҡоролошон, иҡтисад үҫешен закондар нигеҙендә нығыта. Республикала ҡануниәтте камиллаштырыр һәм федераль кимәлдә инициативалар тәҡдим итер парламент формалашты.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: төбәк парлемантындағы 110 депутаттың 87-һе "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән буласаҡ, Коммунистар партияһынан – 8 кеше, "Ғәҙел Рәсәйҙән" – 5, "ЛДПР"-ҙан – 4 депутат. Ошонса уҡ халыҡ вәкиле үҙ аллы, йәғни бер ниндәй ҙә партияһыҙ үтте. "Яңы кешеләр" һәм "Йәшел"дәрҙән берәр депутат парламентта эшләйәсәк.
Журналист булараҡ күҙәтеүемдән шуны әйтә алам, быйылға парламент һайлауҙары үтә лә тыныс шарттарҙа уҙҙы. Партияларҙы, кандидаттарҙың бер-береһенә бысраҡ яғыу, фейктар таратыу, хатта һайлау барышында артыҡ шау-шыу ҡуптарып йөрөүселәр булманы. Сәйәсмәндәрҙең үҙҙәре лә таный быны...Сәбәптәрен алдағы минуттарҙа барларбыҙ. Тыныс һайлауҙар, яңы парламент, уның составы һәм алда торған бурыстары хаҡында даими экспертыбыҙ, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров менән һөйләшәбеҙ.