Кооператив. Был һүҙҙе ишеткәс ниндәй фекер тыуа һеҙҙә? Совет осоронда йәшәп өлгөргән өлкән быуын әлбиттә ҡулланыусылар кооперативтарын хәтергә төшөрәлер. Төрлөләре бар: ауыл хужалығы кооперативтары, төҙөлөш, сәнәғәт, баҡсасылыҡ һәм кредит кооперативтары. Әйткәндәй һуңғылары бөгөн һөнәри байрамын билдәләй.
Кооператив – ул ябай һүҙ менән әйткәндә берләшеү тигәнде аңлата. Тәү ҡарашҡа был атама иҫкергән төшөнсәгә оҡшаһа ла һуңғы ваҡытта ул ҡайтанан нығына тип әйтергә лә була. Ошо йәһәттән үрҙә әйтеп үткән ҡулланыусылар кооперативтары быға асыҡ миҫал. Советтар Союзы дәүерендә көслө иҡтисади берәмек булып торған, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда тәләфләнгән ойошмаларҙың береһе Башпотребсоюз етәксеһе Венер Ильясов беҙҙең студияла ҡунаҡта.