365 көндө айырым бер йүнәлешкә бағышлау буштан ғына башҡарылмай. Был дәүләт кимәлендә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләгә иғтибарҙы көсәйтеү маҡсатын ҡуя. Быйылғыһы, әлбиттә, демографик проблеманы күтәреп сыға. Сер түгел үҫешкән дәүләттәр өсөн тыуымдың кәмей барыуы көнүҙәк. Айырым илдәрҙә кеше һанын миграция иҫәбенә арттырыуҙы хуп күрһәләр, Рәсәй тыуымды арттырыуҙы беренсе урынға ҡуйырға тырыша. Мәсьәлә яңы түгел, ул 90-сы йылдарҙан килә, 15 йыл элек 2008-ҙә лә Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе һөҙөмтә бигәндер булһа кәрәк, быйыл да ғаилә ҡиммәттәре, социаль ярҙам саралары, ғаилә институтын нығытыу көн ҡаҙағында буласаҡ.
Демографик проблема күп яҡлы, тәрбиә-иман да, социаль факторҙар ҙа, иҡтисади нигеҙ ҙә бар. Бөгөн шуның матди яғына баҫым яһап ҡарайыҡ. Демография ни хаҡ, тип билдәләйбеҙ теманы һәм студия ҡунағы менән танышабыҙ. Иҡтисад фәндәре кандидаты, беҙҙең даими эксперт Илдар Ғәбитов студияла ҡунаҡта.
Иҡтисади Башҡортостан - 18.01.2024 Иғтибар - ғаиләләргә
2024-се йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.