Беҙ көн һайын ҡулланыусы ролен башҡарабыҙ. Төрлө тауарҙар һатып алабыҙ, транспорт, коммуналь хеҙмәттәр менән ҡулланабыҙ. Хатта йоҡлап ятҡан ваҡытта ла ҡулланыусы роленән сыҡмайбыҙ. Шуға күрә лә йыл һайын марттың 15-се көнөндә билдәләнгән байрам беҙҙең һәр беребеҙгә ҡағыла – ул Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө беҙгә ҡулланыусыларға беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ закон нигеҙендә яҡланғанлығы хаҡында хәтергә төшөрә. Сөнки күп осраҡта беҙ улар хаҡында онотоп китәбеҙ, ә бәлки бөтөнләй ҙә белмәйбеҙ.
Ҡулланыусы хоҡуҡтары хаҡында тәүге хоҡуҡи акттар үткән быуат урталарында барлыҡҡа килә башлай, Рәсәйҙә иһә уны 1992 йылда ҡабул ителгән "Ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау тураһында"ғы закон көйләй. Тап ошо ваҡыттарҙан беҙҙә лә был дата рәсми эш календарына индерелә.
Үҙебеҙҙең ҡулланыусы хоҡуҡтарын беләбеҙме, үтәлмәгән осраҡта ҡайҙа, кемгә һәм нисек мөрәжәғәт итергә, нисек яҡларға? Ошо ишле һорауҙарға студиябыҙ ҡунағынан яуап ишетербеҙ. Тапшырыуҙа Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге баш белгес-эксперты Әлфиә Әбделминова ҡатнаша.