Оҙаҡ йылдар эшһеҙлек кимәлен кәметеү менән көрәшкән Рәсәй бөгөн рекордлы һөҙөмтәләргә иреште – тарихи минимум 2,7 процент. Йәғни илдә рәсми эшһеҙҙәр бик аҙ. Әммә миҙалдың икенсе яғы бар – хәҙер кадрҙарға дефицит күҙәтелә. Уның ҡарауы, эш табыу күпкә еңелләште. Ә республика хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек? Дәүләт ниндәй саралар күрә? Былар хаҡында Республика Мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Ғәлләмова менән һөйләшәбеҙ.
Эшһеҙлек – бер бәлә, эшселәр булмауы ҙур бәлә
"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуы кесаҙна, 13 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.