Иҡтисади Башҡортостан. Урман һабантуйы

Быйыл Баймаҡ районында ағас эшен үҙ иткәндәр йыйыла.
  • Иҡтисади Башҡортостан. Урман һабантуйы
Башҡортостан – Рәсәйҙең урманға бай төбәктәренең береһе. Беҙҙә япраҡлы урман менән бер рәттән ылыҫлы ағастар төрлөлөгө киң. Ә йүкәлектәр буйынса республика илдә беренсе урында. Шуға ла иҡтисадтың был тармағы борондан яҡшы үҫешкән беҙҙә. Ағас әҙерләү, уны эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар, эшҡыуарҙар һаны ла етерлек. Шуға ла Башҡортостанда Урмансылар һабантуйы була тигән хәбәр бик үк аптырашта ҡалдыра торған түгелдер.
Әммә ҡыҙыҡ, ни өсөн һабантуй, бында урмансылар нимә эшләй? Ниндәй тамаша, ниҙәр күрергә мөмкин, ҡайҙа, ҡасан һәм башҡалар. Былар хаҡында сараны ойоштороусы, эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың үҙенән белешербеҙ.