Иҡтисади Башҡортостан. Салауат йыйынына әҙерлек

Иҡтисади Башҡортостан. Салауат йыйынына әҙерлек
  • Иҡтисади Башҡортостан. Салауат йыйынына әҙерлек

Июндең 16-һында "Салауат йыйыны" фольклор байрамын үткәрергә ҡарар ителде. Быйыл ул тәүге тапҡыр Төбәк-ара статусында ойошторола. Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыу айҡанлы үткәреләсәк саралар хаҡында алдағы сәғәттә һөйләшербеҙ.

Мәғлүм булыуынса, башҡорт халҡының милли батыры — Салауат Юлаевтың тыуған көнө — 270 йыллығын әһәмиәтле сара булараҡ, быйыл киң билдәләнәсәк. "Салауат вариҫтары" йыйыны ниндәй форматта, ҡайҙа һәм нисек үтәсәк ошо хаҡта беҙгә республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Гөлгөнә Баймырҙина һәм Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов һөйләп ишеттерер.