Иҡтисади Башҡортостан - 10.10.2024 Буштың атаһы үлгән

Тапшырыу һәр кесаҙна, 13 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 10.10.2024 Буштың атаһы үлгән
Буштың атаһы үлгән... тиһәләр ҙә, еңел аҡса алдында елкенсәк булып китәбеҙ. Заманалар, ысулдар, технологиялар үҙгәреп тора, әммә мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр шул уҡ... ышанып барыусанлыҡ, ҡурҡыу һәм нәфсеһе арҡаһында тикшек кәритәлә ҡала.
Мутлашыусылар һәм алданыусылар хаҡында күпме генә һөйләһәк тә, һәр үтектән иҫкәртһәк тә, алданыусылары ла мутлашыусылары ла кәмемәй. Әйтерһең көндән-көн арта ғына бара. Быға аңлатма минеңсә ябай... Инештә әйтеп үткән ышаныусанлыҡ, ҡурҡыу һәм нәфсе арҡаһында кешенең аңы томалана. Артабан инде мутлашыусының оҫталығынан тора. Бар аҡсаһын да, булмағанын да, кредитҡа юллатып та "Хәүефһеҙ" иҫәпкә күсертеп тә ҡуя.
Сиғандар арбау юлы менән алдаған, 90-сы йылдарҙан билдәле финанс пирамидалар алтын тауҙар вәғәҙәләп нәфсене ҡотортҡан, бөгөнгө мутлашыусылар барлыҡ инструменттарҙы ла ҡулланып технологик ысулдар ярҙамында кеҫәләрҙе бушата. Нисек һаҡланырға һуң ул мутлашыусы тигән ғейбәрәттән? Белергә, аңларға, уҡырға һәм аҡса менән эш иткәндә айыҡ аҡылда булырға...
Финанс хәүефһеҙлек хаҡында алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы — финанс грамоталыҡ буйынса белгес Фатима Янбаева.