Иҡтисади Башҡортостан - 07.11.2024 Һалым – ил бюджетының төп нигеҙе

Беренсе декабрҙә физик шәхестәр өсөн мөлкәт, ер һәм транспорт һалымын түләү ваҡыты тамамлана. Дәүләткә бурысын ҡайтармағандарға был көндән пеня ала башлай.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 07.11.2024 Һалым – ил бюджетының төп нигеҙе
Һалым органдары уҙған йыл өсөн күсемһеҙ милек һәм башҡа төр мөлкәт өсөн һалымдзарҙы иҫәпләп физик шәхестәргә иҫкәрмәләр ебәреү кампанияһын тамамланы. Ул почта аша хат рәүешендә, йә һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша электрон рәүештә килә. Ә табылмаған осраҡта нимә эшләргә?
Студиябыҙ ҡунағы — Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 30-сы һанлы инспекция етәксеһе урынбаҫары Гөлсөм Мортазина.