Географик урыны менән генә түгел, тарихи-мәҙәни хатта рухи яҡтан туғандаш булған Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында иҡтисади бәйләнештәр ҙә ныҡлы. Сөнки уларға нигеҙ быуаттар элек һалынған. Бөгөнгөгә күҙ һалайыҡ. Башҡортостан өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлек майҙанында Ҡаҙағстан мөһим парнер булып ҡала. Башлыса, беҙҙе нефть һәм химия сәнәғәте ныҡ бәйләй. Үткән йыл тауар әйләнеше 4,2 процентҡа артҡан. Ә потенциал күпкә юғары ти иҡтисадсылар. Тотҡарлаусы сәйәси факторҙар ҙа бар.
Өфөлә үтәсәк форум, уның әһәмиәте, ғөмүмөн Башҡортостан өсөн халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр һәм шәхсән Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек үҙенсәлектәре хаҡында алдағы минуттарҙа һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы "Опора России" эшҡыуарҙар федераль берләшмәһенең Халыҡ-ара комитеты бюро ағзаһы, сәнәғәт блогеры Тимур Лоҡманов.