Рәсәй Президенты Указы менән "икенсе Баку" атамаһын алған нефтселәр ҡалаһы ошо юғары исемгә лайыҡ булды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә СССР-ҙа табылған нефттең дүрттән бер өлөшө тап Ишембайҙыҡы була. Фронттағы һәр өсөнсө танк һәм самолет тап унан етештерелгән яғыулыҡта йөрөй. Был турала Владимир Путин Еңеүгә байрамына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында айырым билдәләп китте.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығында Ишембай ҡалаһына был юғары исем бирелеүе айырыуса әһәмиәтле. Республика Башлығы Радий Хәбиров ил Президентына был ҡарар өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Советтар Союзында 1941-1945 йылдарҙа Ишембай ятҡылығынан 4 миллион ярым тонна ҡара алтын сығарыла. Ул фронтты ғына түгел, Башҡортостанға сит төбәктәрҙән күсерелгән тиҫтәләгән заводтарҙы ла яғыулыҡ менән тәъмин итә. "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү башҡорт нефте менән генә сикләнмәй әлбиттә. Тылда көндө төнгә ялғап, арыу белмәй фронт өсөн көсөн аямай хеҙмәт иткән эшселәргә лә үлемһеҙ һәйкәл ул.
Һәйкәл тигәндән, Радий Хәбиров ҡалала тейешле стелла ла барлыҡҡа киләсәге хаҡында әйтте. Уның урыны халыҡ менән бергә һайлап алынасаҡ.
Алдағы ярты сәғәттә кесе генә ауыл янында урғылған нефть фонтанының үҙе тирәләй сәнәғәт үҙәген булдырыу, әлбиттә Еңеүгә индергән өлөшө һәм ҡаланың бөгөнгө йәшәйеше хаҡында һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы ҡаһарман ҡала – Ишембайҙа тыуып үҫкән замандашыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.