Башҡортостан Гранттар конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә тәүгеләр рәтендә

Башҡортостан Гранттар конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә тәүгеләр рәтендә
  • Башҡортостан Гранттар конкурсында ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә тәүгеләр рәтендә
Йыл һайын беҙҙең республиканан гражданлыҡ инситутын үҫтереү, мәҙәни, социаль әһәмиәтле проекттар менән Президент гранттарында ҡатнашып дәүләттән реаль ярҙам ала. Бынан тыш Башҡортостан Башлығы Гранты күләме буйынса ла беҙ алдынғылар исемлегендә. Дәүләт Гранттары, уны юллау, файҙаһы һәм әһәмиәте хаҡында булыр бөгөнгө тура эфирҙағы һөйләшеү.
Яҡынса ике аҙнанан Мәҙәни башланғыстар Президент фонды конкурстарына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Үткән йылдарҙа Башҡортостан унда ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы 6 төбәк исемлегенә инде. Барлығы республика мәҙәни ваҡиғаларына һәм проекттарға 160 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Былтыр беҙҙең республиканан 46 проект дәүләттән аҡса алыуға өлгәшкән. Ошо һәм башҡа грант конкурстары хаҡында беҙ Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары Гөлназ Мирхәйҙәрова менән һөйләшәбеҙ.