Иҡтисади Башҡортостан - 30.01.2025 "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә

"Алға" махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә
  • Иҡтисади Башҡортостан - 30.01.2025 "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе киңәйтелә
Ғөмүмән "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе хаҡында йыш ишетәбеҙ, әммә уның айышына ентекләп аңлап етмәүселәр ҙә, скептик ҡарашта булыусылар ҙа бар арабыҙҙа. Республикабыҙҙың иҡтисади мөмкинлектәрен һөҙөмтәле файҙаланыу һәм инвесторҙар өсөн айырым шарттар биреүсе заманса инструмент булараҡ был биләмәнең үҙенсәлектәре, мөмкинлектәре һәм әлбиттә һөҙөмтәләре хаҡында һөйләшербеҙ.
2020-се йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ биләмәләрендә булдырылған махсус иҡтисади зона "Алға" атамаһын алды. Исеме есеменә тап килер тигәндәй, Рәсәйҙәге иң йәше булһа ла бер нисә йыл рәттән үҫеш темптары буйынса ул тәүге баҫҡыстарҙа килә. Инвесторҙар йылдан йыл арта, 5 йыл элек ҡола ялан булған ерҙә хәҙер төрлө йүнәлештәрҙә эшләүсе компаниялар үҙ продукцияһын етештерә, сеймал эшкәртә, әҙер тауар сығара. Урындағы халыҡҡа иһә яҡында лайыҡлы эш хаҡы менән хеҙмәт урындары булды.
"Алға" — Рәсәй махсус иҡтисади биләмәләренең инвестиция рейтингында был юлы бер баҫҡысҡа юғары күтәрелеп етенсе урын алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙгә инвесторҙар килә, эш урындары асыла. Был — иҡтисади үҫешкә ҡеүәт бирә. Ҡеүәте һәм “Алға” иҡтисади биләмәһенең Башҡортостан иҡтисадын алға этәргес көс булырҙай мөмкинлектәре хаҡында Башҡортостан Хөкүмәтенең төбәк проекты – департаменты етәксеһе урынбаҫары Айбулат Хәйбуллин менән һөйләшәбеҙ.